«Урал аръяғы 2019» бөтә Рәсәй инвестиция һабатуйында шулай уҡ билдәле Голивуд актеры,, һуғыш сәнғәте оҫтаһы, Рәсәй сит ил эштәре министрлығының Рәсәй-Америка гуманитар бәйләнештәр буйынса махсус вәкиле - Стивен Сигал ҡатнашты..
Форум яланында ул Башҡортостан башлығы вазифаларын башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашты. Шул ваҡытта яҡтар спорт өлкәһен үҫтереү перспективалары тураһында һөйләштеләр. Шулай уҡ Сигал төбәктә бизнес үҫтереүе һәм ауыл хужалығы буйынса бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе.